Сайт учителя башкирского языка и литературы Исхаковой Лилии Вакильевны

Информация о себе

15 января 2016

Образование - высшее педагогическое; СГПИ, 1997 г.

Педстаж - 19 лет

Категория - I

Курсы повышения квалификации:

2011 год – дистанционные курсы по программе «Совершенствование преподавания башкирского языка и литературы в образовательных учреждениях», ИРО РБ.

2012 год – прошла обучающий семинар по программе «Инновационные педагогические подходы обучения в условиях перехода на новый ФГОС».

2013 год – курсы по программе «Основные требования ФГОС нового поколения к организации преподавания башкирского языка и литературы», ИРО РБ

2014 год - «Организация психолого-педагогического сопровождения детей с ограниченными возможностями здоровья в общеобразовательных школах» в рамках реализации программы «Доступная среда», ИРО РБ

2014 год – курсы по программе  «Профилактика депрессивных и суицидальных тенденций среди несовершеннолетних в условиях урочной и внеурочной деятельности», ИРО РБ

Мин – уҡытыусы.

(эссе)

                                                            “Һөнәреңде дөрөҫ һайлаһаң – алған белемең

тәбиғәт тарафынан ҡаныңа һалынған оҫталығыңды

артабан үҫтерә барасаҡ,  туҡтауһыҙ тәжрибә тупларға,

камиллашырға тура юл асасаҡ”.

                                                                                                          Мәрйәм Бураҡаева.

            Бына нисә йыл инде яратып башҡарған эшемдән мин бик тә ҡәнәғәтмен. Һөнәремде дөрөҫ һайланыммы икән тигән һорау бер ҙә күңелемде өйкәп, борсоп торғаны юҡ. Эйе, уңдым һөнәремдән. Ә уҡыусыларым һуң, уҡыусыларым уңдымы икән минән – үҙҙәренең уҡытыусыһынан? Был һорауға яуапты табыу еңелдән түгел, бала, үҫмер күңелен аңлау өсөн тирә-яҡҡа улар күҙлегенән ҡарау кәрәктер.

            Баласаҡтың түбәндәге бер күренеше хәтеремдә бик ныҡ уйылып ҡалған:

           ... "Әсәй, ниңә уятманың? Дилбәр мәктәпкә киткәндер инде?"-тип, күҙҙәрен ыуа-ыуа, урынынан һикереп төшә лә бер ҡыҙ бала, арлы-бирле ҡапҡылап, уйынсыҡ кәрзиненә дәфтәрен, ҡәләмдәрен һалып, мәктәпкә ҡарай йүгерә. Бер аҙҙан ул парта артында Дилбәр һәм  Рәйсә исемле ҡыҙҙар араһында ултыра.Оло ғына йәштәге Маһира исемле апайҙың ҡыҙҙы башҡалар алдында тырышлығы, отҡорлоғо өсөн маҡтап ебәреүҙәре үтә лә оҡшай уға.Бөтә уҡыусылар уға боролоп ҡарайҙар. Ә ул ғорур ҡиәфәттә эшен артабан дауам итә. Тик "бәләкәйһең әле, йәшең етмәгән" тип, ул йылда ҡыҙҙы беренсе класҡа уҡырға алмайҙар. Мәктәпкә йөрөмәһә лә, өйҙә яйлап яҙырға, уҡырға өйрәнә. Уҡый-яҙа белеүе ҡайһылай күңелле, рәхәт икән! Ҡурсаҡтарыңды теҙеп ултыртаһың да әйҙә шуларҙы өйрәтәһең!

           Шулай бер йыл уҙғас, ҡыҙ үҙ тиҫтерҙәре менән бергә уҡырға барҙы. Һәр саҡ йылмайып торған, алсаҡ, көләс йөҙлө Фәүзәнә апалары уның өсөн дә, класташтары  өсөн дә өлгө булды.

           Ҡыҙҙар апалары кеүек яҡшы уҡытыусы булырға һүҙ ҡуйышты. "Ҡайҙан беләһең?"- тип һорарһығыҙ, беләм, сөнки ул ҡыҙ мин инем.

           Уҡытыусы һөнәренә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булырға мәжбүр иткән, үҙ эшенең оҫтаһы, күп яҡлы талант эйәһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яхъя Шаһисәлим улы Юлдашбаев булды. Уның ҡабаланмай ғына кабинетҡа килеп инеүе, уҡыусыларҙың тынысланыуын, тотошлайы менән иғтибарҙарын дәрескә йүнәлтеүен бер аҙ көтөп,һүҙһеҙ генә тәҙрәгә ҡарап тороуҙары әле лә күҙ алдымда минең. Әҙер белемде генә биреп ҡалманы ул, үҙебеҙҙе лә уйландырҙы, эҙләндерҙе: ярыша-ярыша таҡмаҡтар йыйҙыҡ, ер-һыу атамаларын өйрәндек, уның менән бергәләшеп арҙаҡлы шәхестәребеҙ йөрөгән юлдарҙан үттек. Хатта, бөтә мәктәп менән тигәндәй тальян гармундар  һатып алып (ул саҡтарҙа тальяндарҙы алдан заказ биреп, яҙҙырып ҡына алып була ине), ул үткәргән түңәрәккә йөрөнөк. Әҙәбиәт дәрестәрен үтә лә ашҡынып көтә инек. Ә инде 9-сы класта районда уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала беренсе урынды алыуым  оло ҡыуаныс түгел инеме ни !? Бик ҙур ҡыуаныс, оло шатлыҡ ине.

            Уҡытыусы һөнәрен һайлауҙа ата-әсәйемдең дә роле ҙур булды( улар ябай  һөнәр эйәләре ине: атайым – колхозсы, әсәйем – һатыусы). Эштәре ауыр булһа ла, көн аша тигәндәй килеп торған гәзит-журналдарҙы ентекләп уҡып барҙылар, беҙҙең өсөн дә (ғаиләлә 4 бала үҫтек) алдырҙылар. Иҫләйем, иң яратҡан журнал  “Ағиҙел” булды. Шундағы әҫәрҙәрҙе уҡып, эх, шулар кеүек яҙа белһәң ине, тип уйлай торғайным. Бигерек тә ул журналда әсәйемдең класташы Әмир ағай Әминевтең эшләүе минең өсөн ғорурлыҡ ине.

          "Үҙ-үҙеңде табыу, һәләтеңде асыҡлау - тормошоңдоң умыртҡа һөйәге" тигән һүҙҙәре бар Ғайса Хөсәйеновтың. Ана шул һәләтте күрә белеүсе, дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итеүсе уҡытыусылар булыуына мин бик рәхмәтлемен яҙмышыма. Республика 1-се һанлы интернат- мәктәбендә уҡыу осоро ла миндә тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырҙы.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнәс Вәлиулла улы Мирғәлиев: "Лилиә, һиңә башҡорт теле уҡытыусыһы булырға кәрәк,"-тигәйне.Беҙҙең кабинетыбыҙҙа Рәми Ғариповтың музейы булыуы ла, класыбыҙ менән бергә уға арналған "Һабантурғай йыры" исемле документаль фильмда төшөүебеҙ ҙә, 1990 йылдағы ваҡиғаларҙың тап уртаһында йөрөүебеҙ ҙә беҙҙә Тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә, халҡыбыҙ тарихына оло һөйөү тәрбиәләне. "Тормошомдоң умыртҡа һөйәге"нә, мәғәнәһенә әйләнгән ошо һөнәрҙе һайлауға этәргес көс булған барыһы ла минең күңелем түрендә, уларҙы һис онотасаҡ түгелмен!

          Шулай Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Өфө ҡалаһынан килгән комиссия баш ҡалаға эшкә саҡырҙы. 121-се һанлы мәктәп- гимназияла башҡорт телен уҡыта башланым. Коллектив шәп,бөтә шарттар ҙа булдырылған, башҡорт теленә махсус кабинет та биреп ҡуйҙылар. Береһенән-береһе зирәк, береһенән-береһе аҡыллы балалар башҡорт телен өйрәнә башланылар. Дәресте көтөп алалар, яныма йүгереп килеп етәләр. Әлбиттә, быға ирешер өсөн бейеүсе лә, йырсы ла, бер һүҙ менән әйткәндә, артист булырға тура килде.Һайлап алынған балалар булғанға күрә, уларҙың дәртен һүрелтмәҫкә тырыштым. Уларға предметтың оҡшауы, телде өйрәнергә теләүҙәре миңә ҡанат ҡуйҙы.

          Тик ҡалала оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Яҙмыш елдәре әҙәм балаһын эләктереп ала ла, өйрөлтөп-өйрөлтөп, үҙе теләгән ергә алып барып төшөрә икән шул. Әммә үкенесе бер ҙә юҡ, сөнки тыуған районыма ҡайтып, Иҫәнғолдоң 1-се һанлы мәктәбендә эшләүемә бына 17  йыл  булып та китте.

          Был мәктәптәге тәүге дәрес һаман да иҫемдә. Тулҡынландыра бер аҙ, сөнки алдымда 9-сы класс уҡыусылары ултыра.Ҡайһы берҙәре минән аша ҡарап тора. Миңә уларҙың "йә, ни әйтерһең?" тигәндәй һынаулы ҡараштары төбәлгән. Рус кластары өсөн дәреслектәр юҡ ине. Нисек эшләргә? Эшләгән эштәр ҡыҙыҡлы ла, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле лә булһын. Уҡытыусы эшен белмәгәндәр өсөн генә дәрес үткәреү еңел тойолалыр, бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңемдә татығас ҡына аңланым шуны.Һинең дәресте ойоштора белеү, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы ҡыҙыҡтыра белеү оҫталығың талап ителә шунда. Ошо ерҙә бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китмәйенсә булдыра алмайым. Әлеге лә баяғы 9-сы класта тәүге дәрестәр.Ни өсөндөр был класта гел насар уҡыған, тулы булмаған ғаиләләрҙән, хатта бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡалған балалар йыйылған.Белем кимәле лә, тәртип тә шәптән түгел. Эште нимәнән башларға икән? Үҙемсә уларҙың белем базаһын асыҡламаҡсымын."Йәгеҙ, нимәләр беләһегеҙ, ниҙәр өйрәндегеҙ?"- тип һорау ҡуйҙым.Шуғыраҡ малайҙарға етә ҡалды, бер-бер артлы башҡортса оятһыҙ һүҙҙәрҙе теҙә башламаһындармы, түҙ генә!

-    Мин ундай һүҙҙәрҙе белмәйем, - тим тыныс ҡына.

-    Нисек инде белмәйһегеҙ? Һеҙ бит башҡорт теле уҡытыусыһы.

-    Уҡыусылар, мин әле йәш, белмәһәм дә үпкә юҡ. Һуң беҙҙең директор башҡорт бит, әйҙәгеҙ, бергәләп барып һорайыҡ,- тигәс, үҙҙәренең хәйләләре килеп сыҡмағанын тойоп тындылар.Әгәр  шунда юғалып ҡалһам, ни булыр ине икән? Хәҙер инде шул уҡыусыларҙың балаларын башҡорт теленә өйрәтәм.

           Ул саҡтарҙағы “көрәш” артта ҡалды. Ләкин замана яңынан-яңы талаптар ҡуя уҡытыусы алдына. Нисек итеп уҡыусыларҙы уйын өсөн ҡулланылған телефондарынан, планшеттарынан, компьютерҙарынан айырырға? боҙоҡлоҡто пропагандалаусы фильмдарҙан, үлем сәсеүсе наркотиктарҙан аяларға?

           Уҡытыусы булыу – ҙур яуаплылыҡ. Уҡыусылар көн һайын һинән йылы һүҙ, йылы ҡараш көтә. Тик изгелек менән генә бала йөрәген яуларға мөмкин. 19 йыл эшләү дәүерендә түбәндәгене аңланым: белемде алыуға әҙер булғандар уны аласаҡ. Ә ҡалғандар һуң? Уларҙы ни эшләтергә? Һәр дәресемдең маҡсаты – уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың эске донъяһын асыу. Дәрестәремде ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итергә тырышам, дәрестең бер генә минуты ла күңелһеҙлектән нимә эшләргә белмәй ултырырлыҡ булмаһын.Стандарт булмаған дәрес типтарын (дәрес – сәйәхәт, дәрес-эҙләнеү, дәрес – сәхнәләштереү, викторина, конкурстар, һ.б.) йыш ҡулланам, яңы алымдар, технологияларҙы әүҙем ҡулланам.Уҡыусыларҙың күңеленә юлды кластан тыш саралар үткәреү аша ла табырға була. Ғәҙәттә, дәрестә йомолоп ҡына ултырған баланың һәләте ҡыҙыҡлы саралар үткәргәндә күренә.

           Минең өсөн уҡытыусы булыу – ул көн һайын уҡыусыларым янында булыу, уларҙың бәләкәй генә уңыштарына ла ихлас ҡыуаныу, кәрәк икән - ярҙам итеү.Әлбиттә, ғүмеремдең күп өлөшөн мәктәпкә арнарға тура килә. Шулай ҙа мин бәхетле, сөнки  эшемде, уҡыусыларымды яратам,үҙемдең кәрәклегемде тоям. Дәрес нисек килеп сыға, уҡыусыларҙың  кәйефе ниндәй буласаҡ, һорауҙарына яуапты таба алырҙармы-юҡмы, белемдәре артырмы – барыһы ла минән тора. Эшкә тулыһынса бирелеп, бик күп көс түккәндә генә һөҙөмтә була: уҡыусылар шартлатып яуап бирәсәк, әүҙемлек күрһәтәсәк, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа урындар яулаясаҡ.

          Беҙҙең һөнәр туҡтауһыҙ үҫеш талап итә. Мин, әлбиттә, үҙ-үҙең өҫтөндә эшләүҙе, белемде камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотам. Асыҡ дәрес күрһәтеүҙән бер ваҡытта ла баш тартмайым, сөнки коллегаларымдың фекере минең өсөн бик мөһим.Яҡшы яғын күрәләр икән – ҡанатланам, тағы ла дәртләнеберәк эшләүгә стимул алам. Хаталарын күрһәтәләр икән – төҙәтергә ашығам. Яйы тура килгән һайын семинарҙарҙа ҡатнашырға, курстар үтергә тырышам. Уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш тигән фекер, әлбиттә, яңы түгел, әммә һәр саҡ актуаль булып ҡала.

          Уҡыусыларым минән уңған тип әйтергә хаҡлымындыр, сөнки  улар мине һәр көн көтөп ала, класҡа килеп кергәс тә, йөҙҙәренең яҡтырып китеүен күрәм. Шулай булғас, уҡытыусы һөнәре – тап минеке! МИН –УҠЫТЫУСЫ!

 

Комментарии:

Минзаля Нурлыгаянова
написано 28 сентября 2016 в 19:37:14
0
Лилия Вәкил ҡыҙы, сайтығыҙ бик йөкмәткеле. Артабан ижади уңыштар теләйем.Мин һеҙҙең менән СГПИ -ла бер курс түбән уҡығайным, иҫләйһеҙме икән, Баймаҡ 1-се Этҡолдан.

Ответить

Оставить комментарий: